Меню
12+

«Аургазинский Вестник», общественно-политическая газета района

06.01.2016 15:09 Среда
Категория:
Теги (2):
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

ШАТЛЫҠ БҮЛӘК ИТТЕЛӘР

Источник: Э.НӘҘЕРШИНА, Мораҙым мәктәбе уҡыусыһы.

Мин Мораҙым урта мәктәбенең 8 класында белем алам. Тырышып уҡыйым, яратҡан фәндәрем-әҙәбиәт, инглиз теле, математика,химия, биология һ.б. Район һәм республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып торам.

Уҡыуҙан тыш өй эштәре менән булышам, атай-әсәйемә ярҙам итәм, умартасылыҡ серҙәрен өйрәнәм. Киләсәктәге хыялым — сит телдәрҙе өйрәнеп, тәржемәсе һөнәренә эйә булыу.

Быйыл район кимәлендә үткәрелгән инглиз теле буйынса олимпиадала призлы урын алдым, шулай уҡ Талбазыла үткәрелгән республика “Йәш умартасылар” бәйгеһендә еңеүсе булып танылдым. Уңыштарым өсөн быйыл Өфөлә үткәрелгән Башҡортостан башлығы шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе. Унда бөтә район һәм ҡалаларҙан 750 уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең райондан ете уҡыусы барҙыҡ, улар менән бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ, яңы тәҫораттар алдыҡ.

Һәр береһенә республика башлығының бүләктәре тапшырылды. «Яңы йыл биттәре, йәки Әкиәтте урлау» тип аталған театрлаштырылған тамаша ҡараныҡ. Шыршы байрамы миңә бик ныҡ оҡшаны.

Ошондай уңыштарға өлгәшеүемә ярҙам иткәндәре өсөн атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, район мәғәриф бүлегенә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Барлыҡ мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайым!

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи.

214