Меню
12+

«Аургазинский Вестник», общественно-политическая газета района

17.06.2016 16:49 Пятница
Категория:
Тег:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

УҢЫШ БАЙРАМЫ ГӨРЛӘТТЕ БИЛЛЕҒЫЛЫС БУЙҘАРЫН

Источник: Л.ДИЛМӨХӘМӘТОВА, Мораҙым ауылы.

Кем көслөрәк һәм етеҙерәк?

Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынғас, бәрәкәтле Мораҙым ерендә һабантуй үтте.

Иртүк Ҡыҙҙар тауы йыр-моңға күмелде, тирмәлә аш-һыу әҙерләп мәж килделәр, самауырҙар йыр һуҙҙы.

Байрам тантанаһы шатлығын уртаҡлашырға районыбыҙҙың хакимиәт башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар, данлыҡлы яҡташтар, ауылдаштар килде. Майҙанға йыйылған халыҡ уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алды.

Байрам “Һабантуй — 2016” флагын күтәреү йолаһы менән башланды. Был эш алдынғы һауынсы Ольга Теләүембәтоваға, көрәш батыры (ветеран) Раян Мырҙабаевҡа, ауыл старостаһы Зиннур Лоҡмановтарға ышанып тапшырылды. Һәр йылдағыса, алдынғы механизаторҙар, малсылар Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Ауылыбыҙҙың йөҙө урамдарыбыҙҙан, ундағы матур йорттар, ихаталарҙан ғибәрәт. Уңыш байрамында төҙөкләндереүҙә айырылып торған, шулай уҡ күп балалы ғаиләләр билдәләнде. Ауыл Советы буйынса мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫыраусылар ҙа айырым бүләкләнде. Мораҙымдан Айгөл һәм Илфат Ильясовтар, Михайловканан Валентина һәм Николай Степаненколар, Ҡушкүлдән Рәмзиә һәм Мансур Дилмөхәмәтовтарға ауыл хакимиәте бүләктәр тапшырҙы.

Үҙешмәкәр артистар һабантуйына йыр-моңдары, бейеүҙәре менән биҙәк өҫтәне. Мораҙым ауылы гимны менән концерт башланды. Өфө ҡунаҡтары, билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова менән барыһы ла яратҡан, халыҡсан «Карауанһарай» төркөмөнөң сәхнәгә сығыуын көслө алҡыштарға күмделәр.

Әлбиттә, һабантуй — ул көстө, таҫыллыҡты, етеҙлекте лә һынаусы бәйгеләр майҙаны. Халыҡ айырыуса ат сабышын һәм көрәште мауығып күҙәтә. Шуға ла милли уйындар майҙанында ҙур йәнлелек ине. Көрәшселәребеҙ менән беҙ урынлы ғорурланабыҙ. Был юлы ла инде билдәле исемдәр яңғыраны. Рушан Ильясов, Илсур Лоҡманов, Алмаз Бәхтегәрәевтар төп приз — тәкә менән бүләкләнде.

Бәүелеп торған бағанаға менеү, тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу, көйәнтә менән һыу ташыу — шуның кеүек йылғырлыҡ, хәйләкәрлек талап иткән уйындарҙа олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты, үҙ көсөн һынап ҡараны.

Ауыл халҡы байрамды ойоштороусы «Урал» ауыл хужалығы кооперативы идараһына, спонсорҙарға ҙәр рәхмәттәрен әйтеп, киләһе һабантуйҙарҙа ла осрашырға булһын, тигән теләктәр менән таралышты.

Батырҙарға төп бүләк — тәкә.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи.

271